Халҡыбыҙ мираҫын мәңгеләштереү

Подробнее о новости: Халҡыбыҙ мираҫын мәңгеләштереү

Урал батыр эпосын һынландырған һәйкәл республика өсөн кәрәкме?

Ғорур композицияның концепцияһы нисек күҙаллана?

Скульптура ҡайҙа урынлаштырылырға тейеш?

Башҡортостан ДТРК – һы Рәсәй медиа үҙәге сираттағы матбуғат конференцияһында ошо һорауҙарға билдәле тарихсылар, фольклорсылар, сәнғәт әһелдәре менән берлектә яуап эҙләй.

Матбуғат конференцияһы 15 февральдә 11 сәғәттә башлана. Бәйләнеш өсөн телефон — 8 (347) 246-50-75.

Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы, М.Ғафури урамы 9 йорт. Телеүҙәктең төп йорто.

Рәхим итегеҙ!