Сабыйҙар өсөн яңы балалар баҡсаһы. Күмертау ҡала округының Маяҡ ауылында “Башҡортостандың 100 йыллығына -100 обьект” проекты сиктәрендә мәктәпкәсә яңы белем биреү учреждениеһы төҙөлә. Обьекттың төҙөлөш барышы һәм ата-әсәләр ҡыуанысын хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова уртаҡлашты.
15-се һанлы “Маяҡҡай” балалар баҡсаһы былтыр санитар-эпидемия хеҙмәте талаптарына яраҡһыҙ тип танылған. Балалар баҡсаһының насар хәлдә һәм бүлмәләрҙең тығыҙ булыуы арҡаһында бихисап ата-әсәләр электрон сиратҡа тороуҙың да кәрәге юҡ, тип һанай.Әле Маяҡ ауылында ғына йәнә 78 сабый балалар баҡсаһына йөрөргә әҙер.
“Маяҡҡай” балалар баҡсаһы 1952 йылда төҙөлгән. Әле иһә был йортҡа бөтәһе 96 бала йөрөй. Баҡсала урын әҙ булыу сәбәпле ауылдағы башҡа мәктәпкәсә белемгә әҙер булыусылар йөрөй алмай.Шунлыҡтан, ата-әсәләрҙең күптәре сабыйҙарын ҡалала урынлашҡан балалар баҡсаһына йөрөтөргә мәжбүр. Ҡала хакимиәтен һәм ауыл халҡын борсоған һорауға Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов иғтибар итә. Тап быйыл Маяҡ ауылында 150 балаға тәғәйенләнгән ике ҡатлы яңы балалар баҡсаһы үҙ ишектәренә асасаҡ.
Ике ҡатлы бинала йоҡо һәм уйын, өҫтәмә дәрестәр өсөн бүлмәләр, музыка һәм гимнастика залдары, физкультура майҙансығы, тәрбиәселәр өсөн айырым бүлмәләр булдырыласаҡ. Бынан тыш, яңы балалар баҡсаһында мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн лифт булдырыласаҡ.
Объектта төҙөлөш-монтаж эштәренең дөйөм хаҡы 110 миллион һум тәшкил иткән. Яңы балалар баҡсаһы 2019-сы йылдың август айында файҙаланыуға тапшыраласаҡ.