Проект:

Бөрйәнгә Аҡбуҙат ҡайта

Смотрите выпуск Бөрйәнгә Аҡбуҙат ҡайта
Бөрйәнгә Аҡбуҙат ҡайта

Шүлгәнташ янындағы Йылҡысыҡҡан күле буйында тиҙҙән Аҡбуҙат һыны урын аласаҡ. Башҡорт эпостарында һүрәтләнгән йылҡы малын билдәле скульптор Өлфәт Ҡобағошов эшләгән. Буласаҡ һәйкәлде суйындан ҡойорға тейештәр. Бының өсөн өлгөнө Силәбенең Кәҫле ҡалаһы заводына ебәргәндәр. Аҡбуҙатты ижад итеүгә скульптор 2 тонна балсыҡ, 1 тоннанан ашыу гипс тотонған. Һәйкәлдең бейеклеге ерҙән - 5, ә ат һыны бейеклеге — 3 метр ярым.