Башҡорт милли музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусы арҙаҡлы шәхес, ҡабатланмаҫ талант эйәһе, йырсы, композитор, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың яҙмышы данлы ла, фажиғәле лә
Күптән түгел Мәскәүҙә композиторҙың тормошона бәйле уникаль документтар — әлегәсә билдәле булмаған шәхси хаттары табылды. Был хаҡта «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында журналист Миләүшә Иҙрисова әҙерләгән «Арман» тапшырыуының бөгөнгө сығарылышында тыңлағыҙ.