Проект:

Арман

Арман - 01.03.22 Арҙаҡлы шәхес исемен тергеҙеп...

Студия ҡунағы - "Зәбих Исҡужин. Иҙел ярында Һаҡмар егете" китабы авторы Гөлсәсәк Саламатова.
  • Арман - 01.03.22 Арҙаҡлы шәхес исемен тергеҙеп...

"Тарихыбыҙҙа исемдәре онотолоп, олоғара эштәре юғалып ҡалған арҙаҡлы шәхестәребеҙ аҙ түгел, ҡыҙғанысҡа күрә. Ошо ғәҙелһеҙлекте төҙәтеп, оло ихтирамға лайыҡ шәхестәрҙең исемдәрен тергеҙеүҙе үҙемдең изге бурысым тип иҫәпләйем", — ти филология фәндәре кандидаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова.

Был юлы ул студиябыҙға "Зәбих Исҡужин. Иҙел ярында Һаҡмар егете" тип исемләнгән яңы китабын алып килде. Исеменән үк күренеүенсә, китап шағир, ғалим, әҙәби тәнҡитсе, музыка белгесе, фән кандидаты, Ш.Бабичтың ижадына арналған беренсе ғилми хеҙмәт авторы, фажиғәле яҙмышлы шәхес — Зәбих Исҡужиндың тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған. Автор ғалимдың тормош юлын, 25 кенә йәшендә фажиғәле үлеме тарихын эҙмә-эҙлекле бәйән итә, фәнни эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәрен тикшерә. Иғтибарлы уҡыусыларҙы китап биттәрендә ҡыуаныслы асыш та көтә! Ул — Шәйехзада Бабичтың әлегәсә билдәһеҙ булған "Башҡорт халҡына" тигән шиғыры. Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы уның эҙенә Исҡужин материалдарын өйрәнгәндә төшә һәм мең михнәттәр менән эҙләп таба. Тапшырыуҙа әңгәмә шул хаҡта һәм һәр ғалим-тикшеренеүсене һағалап торған бихисап ҙур һәм бәләкәй асыштар хаҡында бара.