Проект:

Арман

Арман - 20.10.2022 Башҡорттар һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы - нәфис әҙәбиәттә

Сара "француз яуының" 210 йыллығына арнап уҙғарылды.
  • Арман - 20.10.2022 Башҡорттар һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы - нәфис әҙәбиәттә

БР-ң Милли әҙәбиәт музейы "Башҡорттар һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы — нәфис әҙәбиәттә" тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Унда ҡатнашыусылар "төнъяҡ амурҙары" образдарының әҙәбиәттә, һынлы сәнғәттә һәм театр сәхнәләрендә һынланышын асыҡланы.

"Арман" тапшырыуында ҡунаҡта — Милли әҙәбиәт музейының директор урынбаҫары Айгөл Зөлҡәрнәева, БДУ доценттары — филология фәндәре кандидаты Фәнилә Салауатова һәм тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш белгесе Нурислам Ҡалмантаев.