Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағирә, драматург, журналист Зәйнәб Биишеваның биографияһында республика радиоһына арналған биттәр ҙә бар. 1939-сы йылдың февраленән алып 1941 йылдың авгусына тиклем ул Башрадионың балалар секторында эшләй. Был фотоларҙа ул әле йәш, һәм әлегә барыһы ла алда — "Яҡтыға" трилогияһы ла, повестар ҙә, шиғырҙар, драмалар ҙа. Һәм танылыу, халыҡ һөйөүе, халыҡ ихтирамы, БР С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы ла — барыһы ла алда. Ә әлегә — республика радиоһында эшләү, 1941 йылда тәүге китабын күреү бәхете.
Башҡортостан тауышы. Зәйнәб Биишеваның биографияһында республика радиоһына арналған йылдар хаҡында
Смотрите выпуск Башҡортостан тауышы. Зәйнәб Биишеваның биографияһында республика радиоһына арналған йылдар хаҡында







