Быға Баймаҡ, Учалы һәм башҡа райондарҙа ер ҡуйынын вәхшиҙәрсә аҡтарып яҫма таш сығарыусылар һәм һибелмә алтып йыуыусылар эшмәкәрлеге менән урындағы халыҡтың ризаһыҙлығы этәргес булды.
3-сө декабрҙә Республика башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында комиссия эшмәкәрлегенә бәйле һорауға яуап биреп Радий Хәбиров ыңғай баһа бирҙе һәм был йүнәлештә эш тағы ла киңәйтеләсәгенә ишараланы.
Студиябыҙ ҡунағы — геология өлкәһендә оло тәжрибәһе булған әүҙем йәмәғәтсе Рәсих Хәмитов.







