Хәбәрҙәр. Аҙна йомғаҡтары - 08.07.19

Смотрите выпуск Хәбәрҙәр. Аҙна йомғаҡтары - 08.07.19
Хәбәрҙәр. Аҙна йомғаҡтары - 08.07.19

Аҙнаға йомғаҡ яһап студияла һеҙҙе мин Ғәзиз Лоҡманов сәләмләйем. Алдағы минуттарҙа республика тормошон беҙҙең ижади төркөм күҙлегенән иләрбеҙ. Башта сығарылыштың төп темалары хаҡында ҡыҫҡаса:

  • Республика етәксеһе яуапһыҙ чиновниктарҙы урынына ултыртты. Радий Хәбиров тәнҡитенән һуң тотош бер структура етәксеһеҙ ҡалды, Октябрь районы башлығы алышынды.
  • Ҡырын эш – ҡырҡ көндән дә беленә. 23 миллион һум аҡса урлап ҡасҡан Луиза Хәйруллинаны 40-сы көнөнә ҡулға алдылар.
  • Күк менән ҡапланған фатирҙар. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр эшселәрҙең намыҫһыҙлығы менән көрәшергә мәжбүр.
  • Ҡарбуз, ҡауын йәнә һатыуҙа. Татлы емеште әленән үк тәмләп ҡарарғамы, әллә йәй уртаһын көтөргәме?