Хәбәрҙәр. Аҙна йомғаҡтары - 12.10.19

Смотрите выпуск Хәбәрҙәр. Аҙна йомғаҡтары - 12.10.19
  • Хәбәрҙәр. Аҙна йомғаҡтары - 12.10.19
  • Башҡортостан тыуған көнөн билдәләне. Аҙнаның төп ваҡиғаһын Башҡортостандың тыуған көнө билдәләне. 1990 йылдың 11 октябре республиканың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителгән дата. 29-сы тапҡыр Республика көнөн ҡаршылап Башҡортостан тәүге үҙаллылыҡтың 100 йыллығын да билдәләй. Байрам уңайынан ойошторолған төп тантаналы йыйылыш та тап ошо датаны өҫтөн ҡуйҙы.
  • Икенсе йөҙ йыллыҡҡа аяҡ баҫып...Республиканың икенсе йөҙ йыллығына аяҡ баҫып киләсәккә етди үҫеш пландарын барлағанда, үткәндәрҙе лә иҫтә тотоу зарур. 90-сы йылдағы үҙаллылыҡ Республиканың булған потенциалын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып тиҫтәләрсә йылдар дауамында йыйылып килгән социаль мәсьәләләрен хәл итһә, иртәгәһе көн үҫешкә баҫым яһауҙы талап итә. Башҡортостандың иҡтисади хәле, потенциалы һәм үҫеш пландары хаҡында Башҡортостан Фәндәр Академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты мөдире, иҡтисад фәндәре докторы Азат Янгиров менән әңгәмәләштек. Иғтибарығыҙға аҙна хәбәрҙәре интервьюһы.
  • Республика көнө – халыҡ байрамы! Республика көнө төбәктә ял тип иғлан ителде. Ә байрам саралары аҙна дауамында барҙы. Ҡала-райондарҙа йәрминкәләр, сауҙа рәттәре, үҙешмәкәр, профессиональ коллективтар сығышы, конкурстар, спорт ярыштары ойошторолдо. Өфөлә үткән “Алға, Башҡортостан!” байрам концерты меңәрләгән тамашасыларҙы йыйҙы.
  • Фәлсәфә фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин Республика көнө тураһында. Бер быуатлыҡ тарихҡа күҙ һалғанда Башҡортостан ҡытыршылыҡлы сәйәси юлдар үтеп, тотороҡһоҙ иҡтисади шарттарҙа йәшәп тә үҙенең милли асылын юғалтманы. Бер аҙ тарихи ваҡиғаларҙы барлап, бөгөнгөгә анализ яһап үтергә төҡдим итәм. Республика фәндәр академияһы академигы, фәлсәфә фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин беҙҙең студияла ҡунаҡта.