- Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән республика гүзәл заттарын Радий Хәбиров ҡотланы.
- Респбликала байрам алдынан 50 күп балалы әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. Уларҙы Башҡортостан Башлығы тәбрикләне.
- Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика бәйгеһе еңеүселәре аталды.
- Быйыл ҡыш һауа температураһының тотороҡһоҙ булыуы арҡаһында соҡорҙарҙы ямау эштәре 15 февралдән башланды.
- Радий Хәбиров “Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө” тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, 2-се майҙа Башҡортостанда мәрхүмдәрҙе иҫкә аласаҡтар.
- Башҡортостан ҡалалары «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән почетлы исемгә дәғүә итә.
- Синоптиктар быйылғы йәй ауыл хужалығы өсөн уңышлы буласаҡ тип белдерҙе
Хәбәрҙәр. Аҙна йомғаҡтары - 08.03.20
Смотрите выпуск Хәбәрҙәр. Аҙна йомғаҡтары - 08.03.20
