Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына арнап, Мәскәүҙә ойоштороласаҡ концертты Сибай ҡалаһынан килгән малайҙар-ҡыҙҙар ҙа ҡараясаҡ. Ул Халыҡ-ара музыка йортонда 6-сы мартта уҙғарыла. Ошо турала бөгөн хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Тамашала Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, Владимир Спиваков, Роберт Юлдашев, Рөстәм Хәмиҙуллин һәм башҡа билдәле артистар сығыш яһай. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, концерт юбилейға арналға ҙур сараларҙы асып ебәрәсәк. 12-се мартта Федерация Советында Башҡортостан көндәре ойошторола. 23-сө мартта Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына арналған тантаналы ултырыш була. Һуңынан был датаға арналған саралар район-ҡалаларҙа дауам итәсәк.
Сибайҙан килгән һәләтле балалар Мәскәүҙә концерт ҡараясаҡ
Смотрите выпуск Сибайҙан килгән һәләтле балалар Мәскәүҙә концерт ҡараясаҡ
