Ҡырымда Сибай ҡалаһынан килгән балалар рәхәтләнеп ял итә һәм сәләмәтлектәрен нығыта. 11-14 йәшлек ҡыҙ һәм малайҙарға диңгеҙ ярында зарядка яһау айырыуса оҡшай. Бындағы һауа кәйефте күтәреү көсөнә эйә, ти төркөмдө оҙатып килеүсе Альбина Тапаҡова. Уҡыусылар көнө буйы процедуралар үтә, мауыҡтырғыс кисәләрҙә ҡатнаша. Шулай уҡ, Ҡырымдың тарихи ҡалалары буйлап экскурсиялар ойошторолған. Балалар төп шөғөлөн уҡыуҙы ла онотмай, дәрестәргә йөрөй. Шифаханала көнөнә биш тапҡыр ашатыу ҡаралған. Быға тиклем Сибайҙан балалар Ишембайҙа ял итте. Ошо көндәрҙә улар Талҡаҫ шифаханаһында һәм Учалыла ла сәләмәтлектәрен нығытып ҡайтты.
Ҡырымда Сибай ҡалаһынан килгән балалар рәхәтләнеп ял итә
Смотрите выпуск Ҡырымда Сибай ҡалаһынан килгән балалар рәхәтләнеп ял итә
