Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн Сибайҙа

Смотрите выпуск Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн Сибайҙа
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн Сибайҙа

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм Урал тау-байыҡтырыу комбинаты генераль директоры Андрей Козицын Сибай халҡы менән осрашты. Әңгәмәлә карьер, һәм унда килеп тыуған хәлгә ентекле баһа бирелде. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, килеп тыуған мәсьәлә башҡарма власть органдарының айырым иғтибарында. Урал тау-байыҡтырыу комбинаты генераль директоры Андрей Козицын һүҙҙәренә ҡарағанда, әле карьерҙы һыу менән тултырыу бара. Янғын сыҡҡан урынға тиклем һыу кимәлен күтәреү 20-е мартҡа тиклем дауам итәсәк. Әгәр ҙә инде оҙағыраҡ кәрәк була икән, утты һүндереү эштәренең тағы ла һуҙылыуы бар.