Экологик хәл тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Сибай халҡы теүәл һәм ваҡытында аласаҡ. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн ошо турала белдерҙе. Муниципаль биләмәлә ялған хәбәрҙәр булмаясаҡ, тине Радий Фәрит улы. Бынан тыш, Сибайҙа һыуға ҡытлыҡ хәүефе бөтөнләй юҡ. Ҡалала һауа торошон тикшереү буйынса махсус лабораториялар эшләй. Был турала республиканың Ғәҙәттән Тыш хәлдәр комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерә.
Экологик хәл тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Сибай халҡы теүәл һәм ваҡытында аласаҡ
Смотрите выпуск Экологик хәл тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Сибай халҡы теүәл һәм ваҡытында аласаҡ
