Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров марттың егермеһенән һуң Сибай халҡы менән тағы осрашасаҡ. Был турала ул ҡалала йәшәүселәр менән әңгәмә барышында белдерҙе. Урындағы экологик хәл, шулай уҡ социаль сәйәсәткә арналған һөйләшеү ике сәғәт самаһы дауам итте. Фекер алышыуҙарҙа билдәләнеүенсә, Сибайҙа ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү көтөлмәй. Экологик шарттар ҡурҡыныс кимәлдә түгел.