Шифаханала ял итеүселәрҙең барыһы ла — “Зона-500” һыҙатында йәшәүселәр. Сибайҙарға бөтә төр медицина-һауыҡтырыу комплексы тәҡдим ителә. Уларға шифалы минераль һыу менән күп профилле дауалау саралары ҡаралған. Әйткәндәй, Сибай кешеләренә дауаланыу һәм туҡланыу бушлай, юллама 10 көнгә тәғәйенләнгән. Ял итеүселәр, “барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған: итәғәтле коллектив, таҙа һауа, иҫ киткес матур тәбиғәт, шифалы сәләмәтләндереү процедуралары, көс йыйып, һаулығыбыҙҙы нығытып ҡайтабыҙ”, — тип белдерә.
Сибай ҡалаһынан 18 кеше Асҡын районындағы “Танып” шифаханаһында сәләмәтлеген нығыта
Смотрите выпуск Сибай ҡалаһынан 18 кеше Асҡын районындағы “Танып” шифаханаһында сәләмәтлеген нығыта
