Сибай институты иң яҡшылар иҫәбендә

Смотрите выпуск Сибай институты иң яҡшылар иҫәбендә
Сибай институты иң яҡшылар иҫәбендә

Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы илдәге юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлеген тикшереп, уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәләрен иғлан итте. Мониторинг күрһәтеүенсә, БДУ-ның Сибай институты — Рәсәйҙең сифатлы эшмәкәрлек алып барған белем усаҡтарының береһе. Тикшереү 1 мең 314 юғары уҡыу йорто, 10 федераль һәм 29 милли-тикшеренеү университеты араһында уҙғарылған.