Сибайҙа янған карьерҙы һыу менән тултырыу билдәләнгән ваҡытта тамамлана. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Эштәр федераль ведомстволар раҫлаған планға ярашлы алып барыла. Радий Фәрит улы һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡалала хәл тотороҡло, кешеләр көндәлек хәстәр менән мәшғүл. Сибай хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов та карьерҙы һыу менән тултырыуҙың 82 процентҡа тиклем башҡарылғанлығы хаҡында әйтә. Махсус саралар марттың егерме алтыһында теүәлләнә.
Сибайҙа янған карьерҙы һыу менән тултырыу билдәләнгән ваҡытта тамамлана
Смотрите выпуск Сибайҙа янған карьерҙы һыу менән тултырыу билдәләнгән ваҡытта тамамлана
