Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы старт алды

Смотрите выпуск Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы старт алды
Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы старт алды

Республикала халыҡты медицина тикшереүе даими үткәрелә. Бөгөн Башҡортостанда старт алған “Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк” акцияһы ошоға асыҡ миҫал. Хәҙер урындарҙа күсмә фельдшер-акушер пункттары эшләйәсәк. Был йәһәттән биш маршрут буйынса махсус станциялар юлға сыҡты. Октябргә тиклем улар һәр районда булырға тейеш. Автопоездарҙа флюорография, маммография кабинеттары, кардиоҡоролмалар, теш дауалау өсөн айырым аппаратура бар. Әйткәндәй, ошондай күсмә ҡабул итеү пункттары Башҡортостан өсөн тәүге тәжрибә.