Башҡортостан сит илдәрҙә Рәсәйҙең иң билдәле субьекттарының береһе, тигән баһа алды. Республикаға ошондай танылыу яуларға яғыулыҡ-энергетика комплексы, хоккей менән футбол ярҙам иткән. Доу Джонс компанияһы менән “Смыслография” агентлыҡтары әҙерләгән рейтинг мәғлүмәттәренә ярашлы, беҙҙең төбәк Краснодар крайы менән өсөнсө урынды бүлешә. Ике субьекттың да мәрәйҙәр һаны бер тигеҙ. Уҙған йылда эшҡыуарлыҡ хәбәрҙәрендә “Башнефть” компанияһына бәйле мәғлүмәттәр өҫтөнлөк итһә, сит илдең ваҡытлы баҫмалары Башҡортостандағы ел генераторҙары, ҡояш батареялары тураһында йыш яҙған. “Салауат Юлаев” һәм “Өфө” командаларының үҙ лигаларындағы сығыштары ла Европа һәм инглиз телле баҫмаларҙа йыш осрап тора. Башҡортостанға Бөйөк Британия сәйәхәтсеһе Шон Конвейҙың килеүе лә, республика тормошо хаҡында башҡа ҡитғаларҙа ла ишеттерергә ярҙам иткән.
Башҡортостан - сит илдәрҙә Рәсәйҙең иң билдәле субьекттарының береһе
Смотрите выпуск Башҡортостан - сит илдәрҙә Рәсәйҙең иң билдәле субьекттарының береһе
