2020 йылға Стәрлетамаҡта ядро медицинаһы үҙәге төҙөләсәк

Смотрите выпуск 2020 йылға Стәрлетамаҡта ядро медицинаһы үҙәге төҙөләсәк
2020 йылға Стәрлетамаҡта ядро медицинаһы үҙәге төҙөләсәк

Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән "МедИнвестГрупп" компаниялар төркөмө араһында ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 1 миллиард һум аҡса талап ителә, сығымдарҙы иһә тулыһынса инвестициялар иҫәбенә ҡаплау ҡарала. Үҙәк Стәрлетамаҡ дауаханаһы биләмәһендә урынлашасаҡ, уның төп фунцияһы — онкология ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау. Учреждение заманса медицина техникаһы позитрон-эмиссиялы компьютер томографы, нур терапияһы өсөн ике һыҙыҡлы тиҙләткес һәм бергә тоташҡан ҡорамал менән йыһазландырыласаҡ. Бынан тыш, проектта шешкә ҡаршы дарыу терапияһы стационарын ойоштороу ҙа ҡаралған.