Балыҡ тотоусы предприятиеларҙың эшмәкәрлеге бөгөндән алып 5 июнгәсә туҡтатылды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был сикләү балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәсеү ваҡыты тамамланғансы ғәмәлдә буласаҡ. Законды боҙоусыларҙы ҙур ғына штрафтар көтә. Айырым кеше өсөн ул 1 меңдән ике мең һумғаса, ә юридик шәхестәр өсөн 100 меңдән 200 мең һумға тиклем булыуы мөмкин, ти тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан Гөлназ Кинйәбаева.
Балыҡ тотоу сикләнә
Смотрите выпуск Балыҡ тотоу сикләнә
