Ул ошо йәкшәмбе, 28 апрелдә "Торатау" конгресс-холында уҙа. Унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 220-ләп делегат ҡатнашыуы көтөлә. Мәскәү һәм Силәбе ҡалалары менән видеоселектор ойоштороласаҡ. Шулай уҡ Ҡаҙағстан, Германия, Швейцария, Бөйөк Британия, Франция һәм Италия делегациялары менән дә скайп аша аралашыу ҡарала. Форумда 18-35 йәштәгеләр ҡатнаша ала. Улар ойоштороу комитетына башҡорт халҡының киләсәген 30 йыл алға күҙаллаған эссе тәҡдим итергә тейеш. Ғаризаны сайтта тултырырға һәм эштәрҙе лә шунда ебәрергә кәрәк. Иң әүҙем 10 ҡатнашыусыға 28 июндә үтәсәк 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә.
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Халыҡ-ара йәштәр форумына саҡыра
Смотрите выпуск Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Халыҡ-ара йәштәр форумына саҡыра
