Ел-дауылдан зыян күргәндәргә ярҙам буласаҡ

Смотрите выпуск Ел-дауылдан зыян күргәндәргә ярҙам буласаҡ
Ел-дауылдан зыян күргәндәргә ярҙам буласаҡ

Уҙған көн Ауырғазы районының 13 ауылында 12 йорт, өс социаль һәм 3 торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекты зыян күрҙе. Ишембайҙа дауыл арҡаһында Петровское ауылы дауаханаһы ҡыйығы емерелде, был ғәрәсәткә Ғафури районы Антоновка ауылындағы фельдшер-акушер пункты ла эләкте. Бөгөн Республика етәксеһе Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәткә дауылдан зыян күргән муниципалитеттарға ремонт-төҙөкләндереү эштәре өсөн ярҙам итеү бурысын ҡуйҙы. Ауырғазы районы ауылдарында килтерелгән зыян күләмен әле махсус комиссия иҫәпләй. Уның һөҙөмтәләре буйынса ярҙам өсөн финанстар бүленә, тип белдерҙе райондың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитет белгесе Рәмил Кыҙрасов.