Мәскәүҙә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселеге үтә. 63 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Фәдис Вәлитов Санкт-Петербург спортсыһын еңеп, алтын миҙал яуланы. Бындай уңышҡа республика вәкилдәре күптән ирешкәне булманы. Фәдис Вәлитов тренер Борис Понятов тәрбиәләнеүсеһе, быға тиклем Европа беренселегендә бронза миҙал алды. Рәсәй беренселеге һөҙөмтәһе буйынса ил командаһы туплана, иң көслөләр Будапешта үтәсәк донъя беренселегендә ҡатнаша.