Өфөлә баҡса-консультация үҙәге асылды

Смотрите выпуск Өфөлә баҡса-консультация үҙәге асылды
Өфөлә баҡса-консультация үҙәге асылды

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалы белгестәре һәүәҫкәр баҡсасыларға, фермерҙарға мәғлүмәт ярҙамы күрһәтә. Эксперттар тупраҡҡа агрохимик анализ һәм үҫемлектәргә диагностика яһай. Бында һәүәҫкәр баҡсасылар ҙа, ауыл хужалығы предприятиелары ла тупраҡ өлгөләрен алып килә ала. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ашламалар индерергә кәрәклеген билдәләп була. Консультация бушлай, ә анализдар түләүле. Орлоҡтарҙы ла тикшертергә мөмкин. Мәҫәлән, картуфҡа анализ ике аҙнала эшләнә.