Радий Хәбиров янғын һүндереүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Смотрите выпуск Радий Хәбиров янғын һүндереүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы
Радий Хәбиров янғын һүндереүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Бөгөн Рәсәйҙә янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү хеҙмәте көнө. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров янғын һүндереүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Унда былай тиелә: “Һеҙ иң хәүефле, әммә абруйлы һөнәр эйәләре, кешеләрҙе, йорттарҙы һәм мал-мөлкәтте янғын ғәрәсәтенән ҡотҡарыусылар! Республиканың һәр ваҡыт әҙерлектәге янғын һүндереүселәре үҙ эшен намыҫлы башҡара. Былтыр 3 мең ярым кешенең ғүмере һәм 2 миллиард һумлыҡ мөлкәт уттан алып ҡалынған. Батырлығығыҙ һәм юғары оҫталығығыҙ өсөн рәхмәт! Кеше ғүмерен ҡотҡарам тип үҙенекен аямағандарҙың исемдәре мәңге хәтерҙә ҡаласаҡ. Янғын һүндереү отрядтарының артабан да республика халҡын янғын ғәрәсәттәренән ышаныслы һаҡлаясағына ышанам, Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем„ — тиелә республика етәксеһе ҡотлауында.

Әйткәндәй, Башҡортостанда Хөкүмәт Ҡарары менән янғынға ҡаршы махсус тәртип иғлан ителде. Документта яҙылыуынса, ул 2019 йылдың 13-сө майына тиклем ғәмәлдә була. Талаптар, тыйыуҙар һәм тәртип боҙоуҙар хаҡында янғын һүндереүселәр һәр ваҡыт әйтеп килә. Төрлө статьялар буйынса, уларҙы боҙған өсөн 2 мең һумдан алып штраф һалына, бынан тыш, 90 көнгә тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре мөмкин. 15-се апрелдән Башҡортостанда янғын миҙгеле башланыуы тураһында иғлан ителде.