Эшләмәгән хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһы индексациялана

Смотрите выпуск Эшләмәгән хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһы индексациялана
Эшләмәгән хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһы индексациялана
Май айында эшләмәгән хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһы индексациялана. Ошо хаҡта Рәсәй пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенән хәбәр итәләр. Яңы үҙгәрештәргә ярашлы, пенсияның социаль өҫтәмәһен яңынан иҫәпләп бирәсәктәр. Йәғни, 2019-сы йылдың ғинуарынан таратылған пенсиялар һәм бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр арттырыла. Улар йәшәү минимумы суммаһынан артып китергә тейеш. Шулай итеп, май айында Башҡортостанда йәшәүсе федераль социаль өҫтәмә алыусы 143 мең кешенең пенсияһы индексациялана. Бының өсөн ҡайҙалыр мөрәжәғәт итеп, ғариза тултырып йөрөргә кәрәкмәй.