Ошо турала Башҡортостан диниә назараты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Айнур Бирғәлин белдерҙе. Уның әйтеүенсә, төҙөлөштө йәнләндереү өсөн бөтә мөмкинлектәр өйрәнелә. Бынан тыш, назарат ҡарамағында хәйриә фонды ойоштороу планлаштырыла. Ул балалар йорттарына ярҙам итеү, етемдәрҙе тормошҡа яраҡлаштырыу, йәш имамдарға эш хаҡын арттырыу, ислам тәғлимәттәрен өйрәтеүҙе яйға һалыу, Өфөлә ислам институтын асыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Дүшәмбе Башҡортостан диниә назаратының президиум ултырышы үтте. Унда 1992-се йылдан алып мөфтийәтте етәкләгән Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин вазифаһын ҡалдырҙы. Ваҡытлыса республика диниә назараты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп Айнур хәҙрәт Бирғәлин тәғәйенләнде. Ул быға тиклем Нурмөхәмәт хәҙрәттең урынбаҫары ине.
Өфөнөң Салауат Юлаев проспектындағы йәмиғ мәсете төҙөлөшө яҡын арала тергеҙелә
Смотрите выпуск Өфөнөң Салауат Юлаев проспектындағы йәмиғ мәсете төҙөлөшө яҡын арала тергеҙелә
