Башҡортостанда донор ағзаларын күсереп ултыртыу буйынса яңы операциялар эшләнә

Смотрите выпуск Башҡортостанда донор ағзаларын күсереп ултыртыу буйынса яңы операциялар эшләнә
Башҡортостанда донор ағзаларын күсереп ултыртыу буйынса яңы операциялар эшләнә

Йыл башынан Республика кардиология үҙәгендә ике кешегә донор йөрәге ултыртылған. Табиптар әйтеүенсә, трансплантациянан һуң пациент тулы тормош менән йәшәй ала. Мәҫәлән, теүәл ике йыл икенсе кеше йөрәген күкрәгендә йөрөткән Рифхәт Шәмсетдинов һаулығына зарланмай. Донор йөрәгенә әле нисә кеше сиратта тора? Рифхәт Шәмсетдиновҡа табиптар донор йөрәген күсереп ултырҡан. Күкрәгендә ят йөрәк типһә лә, ул ҡәҙимгесә тормош алып бара. Өйҙә ғаиләһенә ярҙамлаша, буш ваҡытында парктарҙа йөрөй. Әле лә ул баҙарға сығып үҫентеләр һайлай. Хәҙер Рифхәт Шәмсетдиновҡа йөрәк сире менән яфаланғанын иҫләп һөйләргә генә ҡала. Рифхәт Шәмсетдинов 24 йыл төҙөлөштә эшләгән. Йөрәк ауыртып та, сәнсеп тә йонсотманы, ти ул. Тәүҙә табиптар пациентҡа аныҡ ҡына диагноз ҡуя алмай. Йөрәк менән ауырып китерен дә ул һис көтмәгән. Донор йөрәге табылғас, ауырыуҙы ашығыс рәүештә дауаханаға һалалар. Операцияны Рифхәт Шәмсетдинов яҡшы үткәрә. Табиптар билдәләүенсә, ағза күсереп ҡуйыу буйынса операциянан һуң пациенттар ҡәҙимгесә йәшәй ала. Тик бирелгән кәңәштәрҙе теүәл үтәү мөһим. Пациент дауаханаға ай һайын килеп, анализдар бирергә тейеш. Әлегә Башҡортостанда 35 кешенең күкрәгендә ят йөрәк тибә. Операцияларҙың 14-е Республика кардиология үҙәгендә, 21-е Мәскәүҙә яһалған. Иң өлкән пациентҡа -73, ә иң кесеһенә 32 йәш. Башҡортостанда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән һәр өсөнсө өлкән йәштәге кеше яфалана. Шуға донор йөрәген күсереп ултыртыуға тағы өс тиҫтәләп кеше сиратта тора. Табиптар әйтеүенсә, ҡыҙғанысҡа, күптәре үҙ сиратын көтә алмай, яҡты донъя менән хушлаша.СНХР Рифат Нәриәхмәтов Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш трансплантологыХәбәрсе. Республика кардиология үҙәгендә йыл һайын 3-4 кешегә донор йөрәге күсерелә. Операция ваҡытында табиптарҙан, әлбиттә, юғары оҫталыҡ һәм иғтибарлыҡ талап ителә. Ә аҙаҡ барыһы ла кешенең үҙенән тора. Дөрөҫ туҡланыу, күңел тыныслығы, көн режимын тотоу - сәләмәт йәшәү рәүеше нигеҙе. Шулай уҡ, йыл һайын табиптарҙан йөрәкте тикшертеп торорға кәрәк.