Проект:

Хәбәрҙәр

"Башҡортостан24" телеканалын 22 төймәгә күсереү башланды

Смотрите выпуск "Башҡортостан24" телеканалын 22 төймәгә күсереү башланды
"Башҡортостан24" телеканалын 22 төймәгә күсереү башланды

«Башкортостан 24» — Өфө ҡалаһында мотлаҡ дөйөм ҡулланышлы мотлаҡ муниципаль телеканал. Хәҙер уны башҡала халҡы кабелле телевидение операторҙары селтәрҙәрендә 22-се төймәлә ҡарай ала. “Башҡортостан-24” — ул интернет, телевидение һәм радио мөмкинлектәрен берләштереп, халыҡҡа заманса, сифатлы телевизион продукт тәҡдим итә. Өфө тамашасылары өсөн тапшырыуҙар даирәһе тағы ла киңәйә. Башҡортостан 24 телеканалы режиссеры Лариса Кужағилдина иғтибар менән эфир барышын күҙәтә. Һәр минут ҡына түгел, һәр секунд әһәмиәтле бында. Тапшырыуҙарҙы үҙ ваҡытында эфирға сығарыуҙан тыш, тағы ла район телевидениелары, ойошмалары менән дә хеҙмәттәшлек итеп, телеканалдың фондын байытыу – Башҡортостан 24 телеканалы хеҙмәткәрҙәре тарафынан оло яуаплы эш алып барыла.Телеканал эшләй башлағандан алып республикала йәшәүсе халыҡ көнкүреше, мәҙәниәте, тарихы, бөгөнгө тормошо һәм яҡташтарыбыҙ хаҡында бәйән итеүҙе төп бурыс итеп ҡуя. 4 йыл эсендә төп ҡағиҙәләр һаҡлана, ә яңынан-яңы проекттар өҫтәлеп тора.Башҡортостан 24 телеканалында яңылыҡтарға айырым иғтибар бирелә, эфирҙа һәр сәғәт һайын башҡорт һәм рус телдәрендә республиканың ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошо яҡтыртыла. Рус телендә сыҡҡан Өфө хәбәрҙәре тапшырыуында иһә тап башҡала хәл-ваҡиғалары тасуирлана.Хәҙер Өфөлә йәшәүселәр Башҡортостан 24 телеканалын республика кабелле телевидение операторҙары селтәрҙәрендә 22-се төймәлә ҡарай аласаҡ. Был йәһәттән Башҡортостан 24 телеканалы башҡала тамашасылары өсөн тапшырыуҙарҙы тағы ла төрлөндерергә әҙерләнә. Өфө ҡалаһында кабелле телевидение операторҙары Башҡортостан 24 телеканалын 22-се төймәгә күсерә башланы инде.Башҡортоста- 24 конкурста еңеп, Өфө ҡалаһының мотлаҡ дөйөм ҡулланыштағы муниципалитет телеканалы статусына эйә. Был иһә телеканалдың мөмкинлектәрен тағы ла киңәйтә һәм тамашасылар һанын арттыра.