-Уҙған төн Әбйәлилдәге Ишбулды ауылында ҙур янғын сыҡты. Ишбулды ауылындағы миһырбанлыҡ йортонда сыҡҡан ут 11 кешенең ғүмерен өҙҙө. Ағас бинала өлкән йәштәге кешеләр йәшәгән. Фажиғә урынына 6 машина, ҡотҡарыусылар ебәрелә. Бәләнән 5 кешенең ҡотолоп ҡалғаны билдәле. Ваҡиға сәбәптәрен махсус төркөм асыҡлай. Оператив штар эшен ойоштороу өсөн бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Әбйәлил районына юлланды.
- Башҡортостанда янғын сығыу осраҡтарының артыуы теркәлә. Үткән аҙнала ошо сәбәпле 16 кеше һәләк булды. Был турала дүшәмбелә Радий Хәбиров етәкселегендәге видеокәңәшмә барышында әйтелде. Ултырыш һәм унда ҡаралған мәсьәләләр менән хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов танышты.
- Республикала кисә башҡорт теле көнө билдәләнде. Быйыл төп иғтибар милли ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә арналды. Башҡорт телен үҫтереү фонды, мәҫәлән, Өфөләге сауҙа-иҡтисад колледжы менән хеҙмәтәшлек килешеүен раҫланы. Уҡыу йортонда башҡорт халҡының милли ризығы – бауырһаҡ бешереү буйынса “оҫталыҡ дәресен” үткәрҙе. Хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянова һөйләй.