Хоҡуҡи программа

«Хоҡуҡи программала» янғындар, авариялар, ташҡындар, тәбиғәт ғәрәсәттәре, төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәр хаҡында бәйән ителә, хәбәрселәрҙең репортаждары күрһәтелә. Унан башҡа, бында белгестәр менән хоҡуҡ мәсьәләләре тикшерелә һәм халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап эҙләнә.
«Хоҡуҡи программа» «Башҡортостан 24» телеканалында һәр шәмбе эфирға сыға һәм көн дауамында бара. Артабан көн һайын дүшәмбегә тиклем күрһәтелә. Ә шишәмбе иртән сығарылышты «Рәсәй1. Башҡортостан» телеканалында ҡарарға мөмкин.