Йома сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтар! Әйткәндәй, бөгөн бөтә донъяла бәлеш көнө билдәләнә. Ошо форсаттан таба еҫтәре сығарып, өйҙәгеләрҙе ҡыуандырып бәлештәр бешереп алайыҡмы әллә?
Был эштә беҙгә ҡунағыбыҙҙың кәңәштәре ярҙамға килде. Хәйерле иртә, Башҡортостан тапшырыуының ҡунағы - бәлеш бешереүҙең бөтә нескәлектәрен белгән оҫтабикә Лилиә Ғәлина.







