Хәйерле иртә, Башҡортостан - 28.01.2026 Саңғыла йөрөү - сәләмәтлеккә юл

"Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Башҡортостан - 28.01.2026 Саңғыла йөрөү - сәләмәтлеккә юл

Ғинуар һыуыҡтары тамам, республикала ҡышҡыса, әммә уңай һауа температураһы урынлашыр тип вәғҙәләй синоптиктар. Тимәк, урман ситендә саңғы һуҡмаҡтары нығыр, саңғысылар тәбиғәт ҡосағына ашығыр.

Ә һеҙ саңғыға баҫтығыҙмы әле, хөрмәтле тамашасылар?

Бөгөн һеҙҙең менән ҡышҡы спорт төрҙәре хаҡында һөйләшмәксебеҙ. Ошо серле әммә һыуыҡ миҙгелдә нисек спорттан айырылмаҫҡа? Үҙеңә зыян итмәй генә, саф һауала сәләмәтлекте нығытыу, сынығыу юлдары тураһында барыр һүҙебеҙ.

Беҙҙә ҡунаҡта — "Йүгерек башҡорт" ҡушаматлы спортсы, Өфө машиналар эшләү колледжының физкультура уҡытыусыһы Заһир Әминев.