Аллаһтың биргәненә шөкөр, февралгә лә аяҡ баҫтыҡ. Тиҙҙән яҙҙың тәүге тамсылары тауыш биреп, йырғанаҡтар йүгерер. Тиҙҙән сыйырсыҡтар йырын тыңлап, һабантурғайҙар моңона яландар уяныр. Барыһы ла тиҙҙән булыр. Ә бына ошо мәлде яҡынайтыр моң да бар.
Студиябыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Рәфис Сирусин.







