Үткән аҙнала Мәскәүҙә ил президенты Владимир Путин Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына старт бирҙе. «Рәсәй – ғаиләләр ғаиләһе» тип аталған марафонда бөтә илдән 4 меңдән ашыу йәш делегат ҡатнашты. Шул иҫәптә республикабыҙ делегацияһы ла булды.
Әйткәндәй, төрлө милләт халыҡтары дуҫ йәшәгән Башҡортостан был өлкәләге сәйәсәтте ҡороуҙа башҡа төбәктәргә өлгө булып тора. Ә инде Өфө йәштәре Рәсәйҙең ошо төп сараһында бөтә илгә республикала төрлө милләт халыҡтарының татыу йәшәүен йыр-моң-бейеүҙәр аша еткерҙе.
"Халыҡтар берҙәмлеге йылы"нда ниндәй бурыстар һәм маҡсаттар беренсе урынға сыға? Ошо хаҡта Республика халыҡтар дуҫлығы йорто директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльмира Саматова менән әңгәмә ҡорабыҙ.







