Хәйерле иртә, Башҡортостан - 17.03.2026 Ҙур һыуға әҙерлек

"Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Башҡортостан - 17.03.2026 Ҙур һыуға әҙерлек

Яҙғы ташҡын мәлендә республиканың 27 районындағы 70 урында боҙ тығылыуы ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта, 3 мең берәмек техника, йөҙөү өсөн 187 ҡоролма һәм 12 мең ҡотҡарыусы әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Махсус хеҙмәттәргә Ка-32 вертолеты ла ярҙамға киләсәк. Яҙғы ташҡындың нисек буласағы тураһында тәүге һәм теүәл фараздар 25-се март иғлан ителә.

Башҡортостан ҙур һыуға әҙерме, республикала Ырымбур өлкәһе, башҡа субьекттарҙағы кеүек фажиғәләргә юл ҡуйылмаясаҡмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға студиябыҙ ҡунағы — Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республикалағы идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Линар Вәхитов яуап бирә.