Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 18.03.2026 Театр яҙы - 2026

"Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 18.03.2026 Театр яҙы - 2026

Республикала театр сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү, профессиональ бәйләнештәрҙе нығытыу, сәхнәләге актуаль тенденцияларҙы асыҡлау өсөн йыл да оло сара — "Театр яҙы" фестивале үтә.

Фестивалдең төп сәбәпселәре, ҡатнашыусылары бөгөн беҙҙә ҡунаҡта булды. Улар — Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры директоры Зиннур Сөләймәнов һәм Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының художество етәксеһе Илһам Рәхимов.