Тапшырыу авторы – телевидение ветераны Луиза Фархшатова һәм режиссер Лидия Мусина, оператор Урал Шәрипов әҙерләгән таҫма, беҙҙең хөрмәтле коллегабыҙға ихтирам һәм хәтер билдәһе, рәхмәт һүҙҙәре.
Уйылдан Ғәлиндың туғандары, яҡындары, хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары, ауылдаштарының уның тураһындағы яҡты хәтирәләре "Башҡортостан" телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының "алтын фондында" һаҡланасаҡ.







