Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 31.03.2026 Умартасы хәстәре

"Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 31.03.2026 Умартасы хәстәре
Башҡортостанда көндәр йылына. Синоптиктар ошо турала фаразлай. Гидрометүҙәк мәғлүмәтенә ҡарағанда, бөгөн республикала температура +21 градусҡа тиклем етә. Яҙҙың иртә килеүе тәбиғәттә шунда уҡ күренә. Башҡортостанға йылы яҡтан ҡоштар ҡайта. Ҡыр өйрәктәре, аҡҡоштар, торналар тубын күптәр күргәндер. Әммә, умартасыларҙың ғына күккә ҡарарға ваҡыты юҡ. уларҙың үҙ хәстәре. Умарталарҙы сығарыу, бал ҡорттарын тәрбиәләү мәшәҡәтенә баш көллө сумған тырыштар. Бөгөнгө һүҙебеҙ ҙә тап умарталарҙы яҙға әҙерләүгә бәйле булыр.
Беҙҙә ҡунаҡта  — Иглин районынан тәжрибәле умартасылар Әлфиә һәм Риф Шәүәлиевтар.