Көлөү ҡояшҡа тиң, тигән бөйөк әҙип Виктор Гюго. Ҡыйын хәлдәрҙән, күңел төшөнкөлөгөнән әҙәмде юмор аралай. Бөгөн халыҡ-ара көлкө көнө. Ә беҙ шаяра беләбеҙме һуң? Башҡорт юморы ни хәлдә? Стендап оҫталары һәм квнсылар шаярыу өсөн темаларҙы ҡайҙан ала икән. Ошо хаҡта КВН-сы, стендаперҙар менән әңгәмәләшергә ниәтләнек.
Беҙҙә ҡунаҡта — КВНсы стендапер Айгөл Хәйбуллина һәм Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, стендап оҫтаһы Айҙар Шәмсетдинов.







