Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 06.05.2026 "Китап-байрам" батырҙар хаҡында

"Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 06.05.2026 "Китап-байрам" батырҙар хаҡында

Башҡортостан дүртенсегә Китап байрамын ҡаршыларға йыйына. Быйыл ул майҙың 28-нән 30-на тиклем үтә. Күләмле мәҙәни сара республика Хөкүмәте булышлығында үҙғарыла. Бер нисә йыл эсендә ул илебеҙҙә иң күп ҡатнашыусыны йыйған төбәк китап йәрминкәһенә әүерелде. Быйылғы байрам нимәһе менән халыҡтың күңелен яулар? "Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуында ошо хаҡта әңгәмә ҡорабыҙ.

Беҙҙә ҡунаҡта — З.Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.