Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 13.05.2026 Филармония ижад миҙгелен тамамлай

Башҡалала ижади коллективтар йәйге ял алдынан үҙҙәренең йомғаҡлау тамашаларын тәҡдим итә.
  • Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 13.05.2026 Филармония ижад миҙгелен тамамлай
Әйткәндәй, 14 майҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең 87-се ижад миҙгелен яба. Тамашала филармонияның данлы коллективтары, танылған сәхнә оҫталары тамашасыларға репертуарҙарының алтын хиттарын һәм өр-яңы йырҙарын, композицияларын тәҡдим итәсәк.
"Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуының бөгөнгө ҡунаҡтары — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венера Юлгилдина һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор, Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы етәксеһе һәм баш дирижеры Алһыу Хәсбиуллина.