Хәйерле иртә, Башҡортостан! -21.05.2026 Тамырым Хәйбулланан

"Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Башҡортостан! -21.05.2026 Тамырым Хәйбулланан

Эфир ҡунаҡтары — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев һәм "Тамырым Хәйбулланан" тип аталған хәйриә концертының ойоштороу комитеты ағзаһы Айгөл Шәрәфетдинова.

Сара бөгөн, 21-се майҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа.