Башҡортостанда уникаль табыш. Ҡыйғы районынан Илнур Ғилмитдинов иҫ киткес артефактҡа юлыҡҡан. Ҡаҙығортауҙа иртә тимер дәүеренә ҡараған ҡылыс табылған. Хәҙерге Башҡортостан биләмәһенә был ҡоралдың ҡайҙан һәм нисек килеп эләгеүе тураһында барасаҡ бөгөнгө әңгәмә. Студияла ҡунаҡтары - республиканың Милли музейы фондтарының баш һаҡлаусыһы, тарих фәндәре кандидаты Зилә Ниғмәтуллина һәм Милли музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Илнур Бүләков.
Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 26.05.2026 Тарих һаҡлаған ҡылыс
"Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.







