Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 11.06.2026 Һин слетҡа әҙерме?

"Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 11.06.2026 Һин слетҡа әҙерме?

Бөгөн беҙ ҡаһарман егеттәребеҙгә ышаныслы тыл булған, һәр эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан ирекмәндәр тураһында һөйләштек.

Республикала Ирекмәндәр слеты бара. Ошо уңайҙан эфирға "Юлдаш" радиоһының журналист-ирекмәндәр төркөмө ағзаһы Сәриә Рамазанова һәм "Һаҡмар" гәзиет хәбәрсеһе, ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Лилия Такаева килде.