Бөгөнгө һүҙебеҙ республиканың шифаханалары хаҡында. Уның сәбәбе лә бар. Субьект етәксеһе Радий Хәбиров дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә балалар өсөн тәғәйен санатор-курорт системаһын үҫтереү кәрәклеген белдергәйне. Һүҙебеҙ тәү сиратта Красноусол балалар шифаханаһы тураһында. Ә Башҡортостандағы төп сәләмәтлек үҙәктәренең береһе үҙе ниндәй хәлдә? Красноусолда ниндәй үҙгәрештәр бар? Студиябыҙ ҡунағы — шифахана генераль директоры Рәмил Рафаэль улы Бәҙретдинов.
Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 04.08.2026 Красноусол шифаһы
"Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.







