Аномаль йәйгә ниндәй аңлатма бирергә. Өйөрмә-дауылдар ҡайҙан килә. Августа әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй, ямғырҙар ҙа күп йыллыҡ күрһәткестәргә ярашлы була тип вәғҙәләй синоптиктар. Йәғни, ныҡ эҫе лә, ныҡ ямғыр ҙа фаразланмай. Шулай ҙа, йәйҙең тәүге ике айында Башҡортостан халҡы төбәккә хас булмаған тәбиғи күренештәргә шаһит булды.
Беҙҙә ҡунаҡта — география фәндәре кандидаты Инбер Япаров.







